Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль 2019, 11:31

ВЛАДИМИР ПУТИН ФРАНЦИЯҒА БАРАСАҠ

Тиҙҙән Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция етәксеһе Эммануэль Макрон менән осрашасаҡ.

Тиҙҙән Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция етәксеһе Эммануэль Макрон менән осрашасаҡ. Сара 19 августа Брегансон фортында – француз башлыҡтарының йәйге резиденцияһында үтәсәк.
Быға тиклем ике дәүләт етәксеһе Санкт-Петербургта 29 майҙа осрашҡайны. Шулай уҡ ике лидерҙың телефон аша һөйләшкәнлеге, Владимир Путиндың Макронды киләһе 9 майға Мәскәүгә саҡырғанлығы мәғлүм. Билдәле булыуынса, 2020 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнәсәк.
Читайте нас: