Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Август 2019, 11:45

Каринэ Хәбирова - Белоретта

Район-ҡалаға социаль учреждениелар эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында мәрхәмәтлек сәфәре менән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова килде.

Район-ҡалаға социаль учреждениелар эшмәкәрлеге менән танышыу маҡсатында мәрхәмәтлек сәфәре менән Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова килде.
Изге ниәт менән йөрөгән ҡунаҡтарҙы иң тәүҙә Үҙән ауылында урынлашҡан балалар йортонда муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, балалар йорто директоры Мария Калуцкая, тәрбиәләнеүселәре икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Был сәфәрҙә Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова ла ҡатнашты.
Мария Михайловна балалар йорто тураһында ҡыҫҡаса һөйләгәндән һуң, артабан ҡунаҡтарға экскурсия үткәреүҙе ошонда тәрбиәләнеүсе Евгения Минина үҙ өҫтөнә алды.
Бында тәрбиәләнгән 35 балаға йәшәү һәм төрлө яҡтан үҫешеү өсөн етәкселек, хеҙмәткәрҙәр тарафынан бѳтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Үҙән балалар йорто бөхтәлеге, таҙалығы, уңайлы мөхит булдырылыуы, йорт яны баҡсаһының, тәҙрә төптәренең гөл-сәскәгә күмелеп ултырыуы менән үҙе бер мөғжизәле утрауҙы хәтерләтә. Әйткәндәй, тәрбиәселәр менән балалар бында үҫентеләрҙе үҙҙәре үҫтерә. Һәр баланың үҙе тәрбиәләгән түтәле, үҙ участкаһы бар. Баҡсала күҙҙең яуын алған сәскәләрҙән тыш, тѳрлѳ йәшелсә-емеш үҫә.
Каринэ Хәбирова менән бергә сәфәрҙә ҡатнашҡандар балаларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе менән танышты. Тегеү оҫтаханаһында аралашыу бигерәк тә йәнле булды. Теген машинаһында шөғөлләнгән Карина һәм ырғаҡ менән уйынсыҡ бәйләгән Анна ҡунаҡтарға эштәрен күрһәтте. Каринэ Хәбирова был кескәй ҡыҙҙарҙың оҫталығына, эштәренә һоҡланыуын йәшермәне. Хеҙмәт дәресе буйынса инструктор Галина Васильевна уңғанбикәләрҙең уңыштары, һуңғы ваҡытта төҫлө йөндән төрлө уйынсыҡтар эшләү менән мауығыуҙары тураһында һѳйләне һәм ҡыҙҙар эшләгән уйынсыҡ ташбаҡаны Каринэ Хәбироваға ошо йылы осрашыуҙың бүләге итеп тапшырҙы.
Артабан ҡунаҡтар балалар теккән түшәм, мендәр тыштары һәм башҡа эштәрҙе һоҡланып ҡараны. Кескәй Анна менән Сергей ҡунаҡтарға үҙҙәре яратҡан шөғөл - төҫлө ҡағыҙҙарҙан сәскә, төрлө фигуралар эшләп күрһәтте. Тәрбиәләнеүселәрҙе тормошта кә-рәк буласаҡ һөнәрҙәргә өйрәтеүҙән тыш, бында физик үҫешкә лә, аң үҫешенә лә ҙур иғтибар бирелә. Балалар шахмат, теннис уйнай. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар ала. Был турала уларҙың бихисап Дипломдары, кубоктары һөйләй.
Тамаша залында балалар ҡунаҡтарға концерт номерҙары күрһәтте. Сәфәр һуңында ҡунаҡтарҙы аш-һыу бүлмәһенә саҡырҙылар. Татьяна, Алина һәм Розалина был ваҡытта торт бешерә ине. Каринэ Владимировна менән Милана Маратовна ҡыҙҙарға ярҙам итеп, тәжрибәләре менән уртаҡлашырға ла ѳлгѳрҙѳ.
Каринэ Хәбирова балалар янына буш ҡул менән килмәгән. Балалар йортона китаптар, улар яратып уйнаған өҫтәл уйындары, спорт ҡорамалдары, 8 комплект футбол формаһы бүләк итте.
Артабан ҡунаҡтарҙы ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә урынлашҡан Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта көтәләр ине. “Ғаилә” район-ара үҙәк директоры Владимир Храмцов, приют мөдире Татьяна Логинова ҡунаҡтарға приюттың бөгөнгө хәле, нисек йәшәүҙәре, ниндәй эштәр менән шөғөлләнеүҙәре, уңыштары тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе.
Әлеге ваҡытта приютта 32 бала тәрбиәләнә. Ошонда тәрбиәләнеүсе 11 йәшлек Ксения Болотова ҡунаҡтарҙы үҙе артынан эйәртеп, экскурсия яһаны. Улар балаларҙың һүрәт төшөрөүен ҡараны, төрлө ептәр, ҡорамалар ярҙамында картиналар эшләү серенә тѳшѳндѳ, психологтар ярҙамында күнегеүҙәр эшләү, тамаша залында балаларҙың бейеү, гимнастика менән шөғөлләнеүен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Балалар менән ҡунаҡтар араһында йәнле һөйләшеү, аралашыу яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ксения Каринэ Хәбироваға иҫтәлеккә ептән бәйләнгән йөрәк бүләк итте. Ә Каринэ Хәбирова балаларға китаптар, футбол һәм волейбол туптары, өҫтәл уйындары килтергән.
Һуңынан ҡунаҡтар балалар поликлиникаһына юлланды. Бында уларҙы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов, балалар поликлиникаһы мөдире Вера Ғәлиева, “Һөйөклө сабый” абилитация үҙәге етәксеһе Фәйрүзә Латипова ҡаршы алды. Поликлиникала яңыраҡ ҡына сабыйҙарҙы медицина абилитациялау бүлеге асылды. Кабинетты асыуҙы һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе Аmwau компанияһы үҙ өҫтөнә алды. Ошо кабинет менән танышҡандан һуң, ҡунаҡтар физиотерапия, логопед кабинеттарында булды, хеҙмәткәрҙәр менән әңгәмәләште, бассейнда дауалау гимнастикаһы менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡараны.
Бынан һуң ҡунаҡтар Республика сабыйҙар йортоноң Белореттағы махсуслаштырылған бүлегенә килде. Унда уларҙы сабыйҙар йорто директоры Мөдәрис Йыһаншин, хеҙмәткәрҙәр ҡаршыланы.
Ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған кескәй малай-ҡыҙҙарҙы үҙ ҡосағына һыйындырған учреждениела уңайлы йәшәү шарттары һәм медицина ярҙамы булдырылған.
Сабыйҙар йорто 45 койка-урынға иҫәпләнгән. Әлегә 17 сабый тәрбиәләнә. Бында өс төркөм эшләп килә. Тәүге төркөмдә яңы тыуған балалар, улар араһында тыумыштан инвалид балалар ҙа бар. Ике ғаилә төркөмөндә 1,5-4 йәшкә тиклемге бер туғандар тәрбиәләнә һәм өсөнсө төркөм - инвалид балалар. Заманса реабилитациялау ҡорамалдары менән йыһазландырылған, дарыу препараттары менән тәьмин ителгән кабинеттары булған, белемле белгестәр эшләгән учреждениела сабыйҙар тейешле медицина һәм реабилитация ярҙамы ала. Ял итеү һәм саф һауала йөрөү өсөн уйын майҙансыҡтары, махсуслаштырылған кабинеттар, музыка һәм спорт залдары бар.
Каринэ Хәбирова сабыйҙар йортона китаптар, ике өс тәгәрмәсле велосипед тапшырҙы.
Ярҙамға, яҡлауға мохтаж булған балалар тәрбиәләнгән учреждениелар менән танышып сыҡҡандан һуң, Каринэ Хәбирова киләсәктә уларға ярҙам итеү, йәмғиәткә яраҡлаштырыу мәсьәләләре тураһында һөйләшеү алып барҙы.
Сатура Минһажитдинова.
Читайте нас: