Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 15:28

Ауыл халҡын хәстәрләйҙәр

Мәхмүт ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына Тирлән участка дауаханаһынан табиптар килеп ҡайтты.

Мәхмүт ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктына Тирлән участка дауаханаһынан табиптар килеп ҡайтты.
Улар халыҡҡа кардиограмма үткәрҙе, анализдар алды, терапевт-табип олоһон да, кесеһен дә иғтибар менән тыңлап, тейешле дарыуҙарға рецепт яҙҙы. Фельдшер Раяз Радим улы Сафиуллин барыбыҙҙы ла яғымлы йылмайып ҡаршы алды. Беҙҙең һаулығыбыҙҙы хәстәрләп йөрөгән табиптарға барыбыҙ исеменән дә рәхмәт әйтәм.
Шулай уҡ ауылыбыҙҙың шәхси эшҡыуары Фәнил Айрат улы Ҡорманаев, ҡатыны Розалия менән магазин тотоп, барыбыҙҙы ла аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Ни һораһаң да килтереп еткерә, ауыл халҡын тыңлай белә. Апайы Зөлфиә Ҡорманаева, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылға ҡайтып төпләнде. Ул баҡса тоторға әүәҫ, унда үҫкән бөтә нәмәһе лә бик уңа. Ауыл халҡын йәшелсә менән тәьмин итә, магазинға ла һатыуға ҡуя.
Ауылыбыҙ йәшәһен өсөн тырышҡан, үрҙә телгә алған ауылдаштарыма һаулыҡ, именлек теләп, барыбыҙ исеменән дә рәхмәт һүҙҙәремде ет керәм.
Хәлиҙә САФИУЛЛИНА.
Мәхмүт ауылы.
Читайте нас: