Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 12:44

Хәрби антҡа тоғролоҡ

1930 йылдың 2 авгусында Воронеж янында 12 кешенән торған һауа-десант ғәскәрҙәренең беренсе күнекмәләре үтә һәм шунан алып был көн һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип билдәләнә.

1930 йылдың 2 авгусында Воронеж янында 12 кешенән торған һауа-десант ғәскәрҙәренең беренсе күнекмәләре үтә һәм шунан алып был көн һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип билдәләнә.
Һәр йылдағыса, Еңеүҙең 40 йыллығы скверына зәңгәр береттар байрамдарын билдәләргә һәм хәрби хеҙмәт йылдарын иҫкә алырға йыйылды. Ул һауа-десант ғәскәрҙәренең ойошторолоуына 89 йыл тулыуға арналды. Стелаға венок һәм сәскәләр һалынғандан һуң, ҡотлау өсөн һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа бирелде: - “Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел” - һауа-десант ғәскәрҙәренең девизы. Һәр команданы, ниндәй генә ауыр булмаһын, үҙ-үҙҙәрен аямай, һис бер икеләнеүһеҙ үтәргә әҙерҙәр, шунлыҡтан улар Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең элиталы ғәскәре булып тора. Десантсылар запасҡа киткәс тә, сафта ҡалалар һәм үҫеп килгән быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү менән шөғөлләнәләр. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине Илгиз Сафый улы. Район-ҡаланың барлыҡ ветерандары исеменән ветерандар советы рәйесе Нина Сафонова сығыш яһаны. Ул был ғәскәрҙәрҙә бары тик көслө, батыр йөрәкле һәм энергиялы ир-егеттәр генә хеҙмәт итеүен, тыныс тормошта ла ҙур эштәр менән шөғөлләнеүҙәрен билдәләп үтте. Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһының беренсе етәксеһе Зәбир Шәкирйән улы Ахибзяновты иҫкә алып, тап уның ҡоралдаштарын, йәштәрҙе берләштереп, яңы эштәргә әйҙәүен һѳйләне һәм ветерандар советы исеменән һауа-десант ғәскәрҙәре вәкилдәренә актив йәшәү позицияһы, йәмәғәт эшмәкәрлеге ѳсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Ҡотлау һүҙҙәре менән шулай уҡ Белорет ДОСААФ-ы начальнигы Рәшид Таһиров, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Александр Бетин һәм башҡалар сығыш яһаны. Иң әүҙем ветеран-десантсылар "Афғанстанда 40-сы армия тарафынан бурыстарҙы үтәүгә 30 йыл" юбилей миҙалдары, ойошма эшендә актив ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Республикабыҙҙа һауа-десант ғәскәрҙәре сафына йыл һайын 300 егет алына. Улар сәләмәтлектән тыш, ҡәтғи талаптарға ярашлы һайлана. Хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң да десантсылар, хәрби анттарына тоғро ҡалып, ғаилә, ил именлеген һаҡлауҙы төп бурысы итеп һанай.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Читайте нас: