Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 12:54

"ХАЗИНА"лар сәйәхәт итә

Быйыл ауылыбыҙҙың “Хазина” фольклор ансамбле ағзалары өсөн сәйәхәттәргә бай булды. Тәүҙә Әбйәлил районы Күсем ауылына, һуңынан Ташбулат ауылына барып, иҫтәлекле урындарҙа йөрөп ҡайтһаҡ, был юлы Өфө ҡалаһына юлландыҡ.

Баш ҡалала Салауат Юлаев һәйкәленә, “Ете ҡыҙ” фонтанына, “Еңеү” паркына, “Дуҫлыҡ” монументына барҙыҡ. Һуңынан “Ләлә-тюльпан” мәсетенә инеп, хәйер-
саҙаҡа һалып сыҡтыҡ. Баш ҡалабыҙҙың матурлығына, үҫеүенә һоҡланып, Ағиҙел ярында бик оҙаҡ йөрөнөк, иҫтәлекле урындарҙа фотоға ла төштөк. Алла бо-йорһа, киләһе йылда Татарстан яҡтарына барып ҡайтырға уйлайбыҙ.
Сәйәхәткә сығып, ер-һыу күреп ҡайтыуыбыҙҙы Рәфҡәт Закир улы Нәжметдинов ойоштора, үҙе транспорт таба, маршрутты билдәләй. Ал-ял белмәгән, бөтә ергә лә ѳлгѳргән әүҙем, тыңғыһыҙ ауылдашыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ. Уның тырышлығына, тыңғыһыҙлығына, ойоштора белеү һәләтенә һоҡланабыҙ, рәхмәт әйтәбеҙ.
Гөлшат МОНАСИПОВА.
Абҙаҡ ауылы.
Читайте нас: