Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 15:16

Танылған тренерҙан оҫталыҡ дәресе

Морис Йосопов Башҡортостан спортсыларын билбау көрәше буйынса Донъя беренселегенә әҙерләй Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Морис Йосоповты Белоретҡа оҫталыҡ дәресе үткәрер өсөн икенсе тапҡыр саҡырҙылар. Танылған спортсы тренерҙары Айҙар Махиянов саҡырыуы буйынса, уның тәрбиәләнеүселәренә килде. Ҡыҙҙар 2002-2004 йылғылар араһында Үзбәкстанда үтәсәк ярыштарға әҙерләнә. Йыйылма командала өс ҡыҙ: Олимпия Махиянова (тренеры Айҙар Махиянов, Белорет ҡалаһы), Әлфинә Фәхретдинова (тренеры Александр Шульков, Учалы ҡалаһы) һәм Эльвина Ғәҙелшина (тренеры Салауат Дауытов, Абҙаҡ ауылы).

Морис Йосопов Башҡортостан спортсыларын билбау көрәше буйынса Донъя беренселегенә әҙерләй
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Морис Йосоповты Белоретҡа оҫталыҡ дәресе үткәрер өсөн икенсе тапҡыр саҡырҙылар. Танылған спортсы тренерҙары Айҙар Махиянов саҡырыуы буйынса, уның тәрбиәләнеүселәренә килде. Ҡыҙҙар 2002-2004 йылғылар араһында Үзбәкстанда үтәсәк ярыштарға әҙерләнә.
Йыйылма командала өс ҡыҙ: Олимпия Махиянова (тренеры Айҙар Махиянов, Белорет ҡалаһы), Әлфинә Фәхретдинова (тренеры Александр Шульков, Учалы ҡалаһы) һәм Эльвина Ғәҙелшина (тренеры Салауат Дауытов, Абҙаҡ ауылы).
Башҡорт спортсыларына ярыштарҙа уңыштар теләргә Каринэ Хәбирова ла килде. Белоретта эш сәфәре мәлендә ул "Олимпия" спорт комплексында булды. Каринэ Хәбирова үҙе лә көрәш менән шөғөлләнгән.
Ҡала ғына түгел, республика намыҫын яҡлаясаҡ ҡыҙҙарға ул матур теләктәр әйтте. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та телефон аша ҡыҙҙарға уңыштар теләне.
Спорт комплексында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов та булып, спортсы ҡыҙҙарға изге теләктәрен еткерҙе. Морис Йосопов юл ыңғайында Учалы ҡалаһына ла һуғылған. "Учалы квасы" командаһы спортсыларға күстәнәскә минераль һыу, милли эсемлек айран ебәргән.
Морис Йосоповтың көрәш серҙәрен өйрәнергә самбо, дзюдо менән мауыҡҡан спортсылар ҙа булды. Атаҡлы тренер үҙе менән билбау көрәше буйынса Донъя чемпионы Динә Ғиззәтуллина һәм көрәш чемпионы Илнара Һөйәрғолованы алып килгән. Улар араһында шулай уҡ Силәбе өлкәһенең "Уралым" гәзитенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова ла булды. Журналист әйтеүе буйынса, данлыҡлы тренер күнекмәләре уға ла килешеп ҡалған. "Ауыртып йонсотоп торған арҡаларым баҫылып ҡалды. Инде үҙемде бер нигә лә бирешеп бармаҫлыҡ итеп тоям", - ти ул.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры күнекмәләренән белореттар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Силәбе өлкәһе "Уралым" гәзитенән Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: