Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2019, 12:56

Йүнселдәр йүнен таба

Ҡалаға ингән ерҙә элекке юл-патруль хеҙмәте постарының заманса рәүеш алып, көндән-көн күҙгә күренеп матурайыуы бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр.

Ҡалаға ингән ерҙә элекке юл-патруль хеҙмәте постарының
заманса рәүеш алып, көндән-көн күҙгә күренеп матурайыуы бер
кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалмағандыр. Йыл башында был
объекттарҙың муниципаль милек иҫәбенә күсерелеп, ҡуртымға
биреү өсөн аукционға ҡуйылыуы тураһында хәбәр иткәйнек
инде. Күреүегеҙсә, һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәне: аҡсаһын аҡыл
менән инвестициялаған йүнсел эшҡыуарҙар әлеге биналарҙың
"майлы ҡалья" булыуын төҫмөрләп өлгөргәндәр, ахырыһы.
Айырыуса Өфө йүнәлешендәге юл-патруль хеҙмәте посы
һәр йәһәттән дә уңайлы, күҙгә ташланған ерҙә урынлашҡан.
Шуға ла ҡуртымға алыусы был бинаның тәүге ҡатында еңел
автомобилдәр һәм ҙур йөк машиналары өсөн запас частар
магазины, бер яғынан - автомобиль шиндарын монтажлау
сервисы, ә өҫкө ҡатында иһә юлаусыларға тәғәйенләнгән кафе
асырға ниәтләй.
Байтаҡ йылдар элек төҙөлөп, иҫкелек ҡалдығына әйләнгән
ташландыҡ объекттарҙы заман талаптарына ярашлы
реконструкциялау эштәре лә, ниһайәт, тамамланыу өҫтөндә.
Тимәк, көҙ баштарында, ҡалабыҙ йөҙөн йәмләп, йәнә бер нисә
халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү урыны барлыҡҡа киләсәк.
Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА.
Читайте нас: