-7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2019, 10:44

ВЛАДИМИР ПУТИН – “СИРИУС”ТА

Рәсәй Президенты Сочи ҡалаһында “Сириус” белем биреү үҙәге кампусы биләмәһендә урынлашҡан яңы “Мәктәп” комплексында булды.

Рәсәй Президенты Сочи ҡалаһында “Сириус” белем биреү үҙәге кампусы биләмәһендә урынлашҡан яңы “Мәктәп” комплексында булды.
Быйыл мартта сафҡа ингән бина заман технологияларына ярашлы төҙөлгән. Бында, нигеҙҙә, балаларға инженер-математика һәм химия-биология йүнәлешендә белем биреләсәк.
Бина быяла сфера рәүешендә эшләнгән, уртаһында ихата-атриум бар. Унда, киң ҡоласлы ағастарҙың күләгәһендә, балалар йыйылып, көн һөҙөмтәләрен тикшерә аласаҡ, фәнни бәхәстәр ойошторасаҡ, фекер алышасаҡ. Ошонда уҡ "Сириус"та ижади белем алған балалар үҙ һәләттәрен күрһәтәсәк тип күҙаллана, сөнки атриум эсендә уникаль акустика булдырылған. Үҙәкте иҫ киткес күркәм йәшел парк уратҡан, унда балалар өсөн төрлө спорт майҙансыҡтары урынлаштырылған.
#ВладимирПутин