Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2019, 11:38

ВЛАДИМИР ПУТИН ОЛИМПИАДА ЕҢЕҮСЕЛӘРЕНӘ МИЛЛИОН ВӘҒӘҘӘ ИТТЕ

Рәсәй Президенты олимпиада еңеүселәре өсөн стипендиялар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.

Рәсәй Президенты олимпиада еңеүселәре өсөн стипендиялар тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Ул дөйөм фәндәр буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусыларға премия түләргә вәғәҙә бирҙе. Владимир Путин билдәләүенсә, 2019 йылда алтын миҙал өсөн уҡыусылар һәм уларҙың тренерҙары – бер миллион һум, көмөш өсөн – 500 мең һум, бронза өсөн 400 мең һум аласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл вуздарҙағы магистратура студенттары ла грантҡа дәғүә итә ала. Ил Президенты билдәләүенсә, студент-магистрҙар айырым ҡаҙаныштары өсөн дәүләт түләүен аласаҡ. Уның күләме ай һайын 20 мең һум тәшкил итәсәк.
#Владимир Путин
Читайте нас: