Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 11:08

МИЛЛИ ПРОЕКТ: СИРҘӘРҘЕҢ 85 ПРОЦЕНТЫНА ҮҘЕБЕҘ ҒӘЙЕПЛЕ

2030 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы — 80, ә милли проекттар буйынса 2024 йылға 78 йәшкә етергә тейеш. Ошо бойороҡҡа ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда был күрһәткескә өлгәшеү өсөн ғүмерҙәрҙе бөгөнгөгә ҡарағанда ҡырҡ тапҡырға күберәк һаҡларға кәрәк.

2030 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы — 80, ә милли проекттар буйынса 2024 йылға 78 йәшкә етергә тейеш. Ошо бойороҡҡа ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда был күрһәткескә өлгәшеү өсөн ғүмерҙәрҙе бөгөнгөгә ҡарағанда ҡырҡ тапҡырға күберәк һаҡларға кәрәк.
— Һаулыҡ һаҡлау системаһына ярҙам итеү һәм быға мөмкин тиклем күберәк министрлыҡ, ведомство, дәүләт предприятиеларын йәлеп итеү өсөн ярашлы саралар ҡабул итеү мөһим, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.
Башҡортостанда кешеләр йышыраҡ ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән (44,5%), башҡа төрлө ауырыуҙарҙан (20,5%), яман шештәрҙән (14,6%), тышҡы сәбәптәрҙән (8,3%), тын алыу (5,5%), аш һеңдереү органдары (4,8%), йоғошло һәм паразитар сирҙәрҙән (1,8%) вафат була. Статистиканан күренеүенсә, сирҙәрҙең ни бары 15 проценты геномға, ә 85 проценты тышҡы мөхит факторҙарына бәйле. Уларҙың араһында тәмәке тартыу, алкоголь, түбән физик әүҙемлек, насар туҡланыу һәм стрестар — һаулыҡты айырыуса ныҡ ҡаҡшатыусы сәбәптәр.
— Тәмәке тартыу сәләмәтлеккә генә түгел, хеҙмәт етештереүсәнлегенә лә кире йоғонто яһай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 30 мең һум эш хаҡы алған компанияларҙа 15 тәмәкесе эшләһә һәм көнөнә кәм тигәндә дүрт сигарет көйрәтһә, айына 150 мең һумлыҡ табыш юғалтыла тигән һүҙ, — тип билдәләне Ленара Иванова. — Һуңғы осорҙа республикала тәмәке тартыуҙың кәмеүе һиҙелә: тәмәке яратыусылар өлөшө 45 проценттан 42 процентҡа тиклем кәмене.
Фото: Bash.news
Автор: Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
#ВладимирПутин
Читайте нас: