Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 18:43

Шишмә һыуҙары тәмле

Ҡаланың Морат биҫтәһендәге шишмәнең эргә-тирәһен һәм һыу алыу беседкаһын төҙөкләндереү эштәре башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” республика программаһына ярашлы башланған эш үҙ ваҡытында тамамланып, ҡулланыуға тапшырылды. Хәҙер ул матур, заманса тимер рәшәткәләр менән кәртәләнгән, йәйәүлеләр өсөн шишмәгә илткән һуҡмаҡҡа асфальт түшәлгән, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйә һәм урналар ҡуйылған. Ә шишмәнән һыу алған беседканың иҙәненә яңы плиткалар түшәлгән һәм буялған.

Реконструкцияланған шишмәне тантаналы асыу сараһында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, ҡала Советы рәйесе Евгений Кустов, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Владислав Геннадьевич сығыш яһап:
- Бөгөн беҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға - ҡала халҡының яратҡан шишмәһе яны төҙөкләндерелде. Хәҙер бында һыу алырға ғына түгел, ял итергә лә килергә була. Эскәмйәләр, сүп-сар урналары, машина туҡтау өсөн яҡшы майҙан бар. Иң мөһиме, был урында һәр ваҡыт таҙа һәм матур булһын, - тине.
Сергей Аркадиевич Морат биҫтәһендә төҙөкләндереү эштәре дауам итеүен, киләсәктә 8 урамды яҡтыртыу һәм Мата йылғаһы аша һалынған 7 күперҙе төҙөкләндереү ҡаралһа, әлеге ваҡытта шишмәгә илткән Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы юлда ремонт эштәре барыуы тураһында әйтеп үтте. Ҡалала йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү проекттарында актив ҡатнашҡандары өсөн шәхси эшҡыуар Матвей Прокопчукҡа, 11-се территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Фәриҙә Шәкироваға, муниципаль район Советы депутаты Рафаэль Фәрүәзовҡа муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ ҡотлау һүҙе менән ҡаланың территориаль йәмәғәт үҙидаралығы рәйесе Александр Майоров сығыш яһаны. Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәренең йырҙары шишмә янын моңға күмеп, байрам кәйефен бүләк итте.
Читайте нас: