Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 18:33

Йүнсел йүнен табыр

Мөхәмәтдиновтар бергәләшеп, донъялыҡтағы оло йөктө тап бер йүнәлешкә тартҡанда ғына уның алға барыуын белеп эш итәләр.

Мөхәмәтдиновтар бергәләшеп, донъялыҡтағы оло йөктө тап бер йүнәлешкә тартҡанда ғына уның алға барыуын белеп эш итәләр.
Үткәл ауылында Рөстәм Ғәней улы Мөхәмәтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығы 2006 йылдан алып эшләй. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 115 баш эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. Һөтөн көн дә тиерлек ҡалалағы бәләкәй баҙарға сығарып һаталар. Тормош иптәше Розалия Ғилфан ҡыҙы бухгалтер һөнәренә эйә, крәҫтиән-фермер хужалығының барса документ, иҫәп-хисап эштәрен ул алып бара. Өйҙәге ҡатын-ҡыҙ эшен атҡарып өлгөрөүҙән тыш, уға, кәрәккәндә, һатыусы ла, водитель дә булырға тура килә. Арбаның алғы тәгәрмәсе ҡайҙа тәгәрәһә, артҡыһы ла шунда аунай тигәндәй, Мөхәмәтдиновтар бергәләшеп, донъялыҡтағы оло йөктө тап бер йүнәлешкә тартҡанда ғына уның алға барыуын белеп эш итәләр. Закондар, талаптар үҙгәреп тороуына бер ҙә баҙап ҡалмағандар, һәр килеп тыуған хәлдән сығыу, килем алыу юлдарын табырға тырышалар. Бөгөнгө көндә үҙ хужалыҡтары өсөн малды һуйыу цехы төҙөп бөткәндәр, һыуытҡыстар һәм башҡа тейешле әйберҙәр һатып алынған, ни бары һыу үткәрәһе генә ҡалған. Был эштәр тамамланғас, ветеринария күҙәтеүе үҙәгенән рөхсәт биреләсәк. Шулай уҡ һөттө пастеризациялап һатыу цехын да булдырыу менән мәшғүл йүнсел хужа. Тейешле ҡорамалдар алынған, һөт экспертиза күҙәтеүе аша үткән. Цехтың да эшен тамамлауға күп ҡалмаған. Быларҙың барыһы ла элекке ферма ерлегендә урынлашҡан. Уның ер биләмәһе үҙ иҫәптәренә алынған, шулай уҡ һыйырҙар торған бер ферма һарайын
үҙе төҙөһә, икенсеһен “Йондоҙ” кооперативынан башта ҡуртымға, аҙаҡ һатып алған.
Материалдың дауамын гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: