Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 15:34

Алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары ике тапҡырға кәмегән

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда 343 кеше химик этиологиялы киҫкен ағыуланыуҙан һәләк булған. 2019 йылдың ғинуар-июль айҙарында «Роспотребнадзор»ҙа ошондай 1618 осраҡ теркәлгән.

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда 343 кеше химик этиологиялы киҫкен ағыуланыуҙан һәләк булған. 2019 йылдың ғинуар-июль айҙарында «Роспотребнадзор»ҙа ошондай 1618 осраҡ теркәлгән.
100 мең халыҡҡа 19,3 - төбәктең алкоголдән ағыуланыу йәһәтенән күрһәткесе. Иң юғары кимәл Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ һәм Дүртөйлө райондарында, Октябрьскийҙа, Бәләбәйҙә, Туймазыла, Күмертауҙа, Баймаҡта, Сибайҙа, Өфөлә, Өфө, Стәрлебаш, Ҡалтасы һәм Туймазы райондарында теркәлгән.
Башҡортостанда йәшәүселәр йышыраҡ этил спиртынан (88,2%), ялған алкоголдән (3,7%), метанолдан һәм метил спиртынан (3,3%) ағыулана. Быйыл спиртлы продукция ҡулланғандан һуң 113 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына ҡарағанда, ике тапҡырға аҙыраҡ (212 осраҡ). Өфөлә (21), Стәрлетамаҡта (8), Күмертауҙа (5), Белоретта, Бәләбәйҙә, Салауатта, Яңауылда (3-әр), Баймаҡта, Бөрөлә, Мәләүездә, Нефтекамала (2-шәр), Ишембайҙа, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Туймазыла (1-әр); Ҡырмыҫҡалы (6), Өфө, Нуриман (4-әр), Ауырғазы, Ҡалтасы (3-әр), Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Краснокама, Стәрлетамаҡ, Шаран (2-шәр), Әлшәй, Архангел, Асҡын, Бәләбәй, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Кушнаренко, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Федоровка, Шишмә райондарында (1-әр осраҡ) иҫерткес эсемлектәрҙән һәләк булыусылар күп.
Шулай уҡ балаларҙың алкоголдән ағыуланыу осраҡтары бар: Стәрлетамаҡта - биш (8-ҙән 14 йәшкәсә), Бөрөлә (13 йәш), Нефтекамала (13 йәш), Мишкә районында (13 йәш) берешәр осраҡ.
Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылдан республикала алкоголгә ҡаршы әүҙем көрәш башланыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Читайте нас: