Өфө-Инйәр-Белорет трассаһында машина алдына мышы килеп сыҡҡан.
"Хендай Солярис" автомобиле уға килеп бәрелгән. Авария арҡаһында водитель ир һәм уның пассажиры имгәнгән. Улар дауаханаға оҙатылған, ә мышы һәләк булған, тип хәбәр итә автоинспекторҙар.
Шулай уҡ, уҙған тәүлектә республика юлдарында утыҙҙан ашыу иҫерек водитель ҡулға алынған, юғалған бер автомобиль табылған.