Рәсәй Президенты Владимир Путин 22 августа Мозамбик президенты Филипе Ньюси менән 24 октябрҙә Сочиҙа үтәсәк “Рәсәй-Африка” беренсе саммитына әҙерлек барышы тураһында фекер алышасак.
РФ Президенты ярҙамсыһы Юрий Ушаков белдереүенсә, Мозамбикта 15 октябрҙә президент һайлауһары үтергә тейеш һәм Ньюси үҙе саммитта ҡатнаша алмаясаҡ, шул сәбәпле ике ил лидерының осрашыуы алдан үтәсәк.
Ньюси Рәсәйгә сәфәре мәлендә ике ил эшҡыуарҙары ҡатнашлығында үтәсәк РФ - Мозамбик эшлекле форумында ҡатнашасак. Осрашыуҙарҙа хөкүмәт-ара һәм ведомство-ара эшлекле килешеүҙәргә ҡул ҡуйылысак тип көтөлә.