Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 16:24

Өҫтөнә шкаф ауып, биш йәшлек ҡыҙыҡай үлгән

Стәрлетамаҡта бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында биш йәшлек ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай алты йәшлек ағаһы менән бүлмәлә уйнап йөрөгән.

Стәрлетамаҡта бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында биш йәшлек ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай алты йәшлек ағаһы менән бүлмәлә уйнап йөрөгән.
«Балалар уйын менән мауығып киткән. Ҡыҙыҡай шкафҡа менгән һәм унан батутҡа һикергән. Шул саҡта шкаф баланың өҫтөнә ауған. Ҡыҙыҡай үлгән. Ваҡиға урынына килгән тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре баланың үлемен раҫлаған», —тип һөйләне әңгәмәсе.
Билдәле булыуынса, балалар тәрбиәләнгән ғаилә имен тип иҫәпләнә. Фажиғә мәлендә ата-әсәнең береһе күрше бүлмәлә булған.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе үткәрелә», — тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас в