Кисә Өфө-Инйәр-Белорет юлында ике машина бәрелешкән. 32 йәшлек Стәрлетамаҡ кешеһе үҙенең "Skoda Rapid” автомобилендә юл сатында "Volkswagen Passat”ҡа юл бирмәү сәбәпле, авария булған. Юғары тиҙлектә елдергән машиналарҙың бәрелеү көсө шундай ҙур: ике водитель һәм пассажирҙар дауаханаға оҙатылған, шул иҫәптән алты айлыҡ бала ла.