Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә. 1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ буйынса, флаг көнө 22 августа үткәрелә.
Иҙел башының мәҙәниәт һәм башҡа учреждениелары ла был мөһим датаны киң билдәләй. Байрам уңайынан Йәштәрҙең ял үҙәгендә эшләп килгән «Бергә» төбәк йәштәр хәрәкәте ирекмәндәре ҡала урамдарында 400-гә яҡын триколор таҫмалары һәм “Беҙҙең флаг – беҙҙең ғорурлыҡ” тигән буклеттар таратты.
Ҡаланың Металлургтар майҙанында ла дәүләт флагы көнөнә арналған «Рәсәй триколоры - ғорур яңғырай» акцияһы, шулай уҡ, скандинав йөрөшө буйынса ярыштар үтәсәк.