-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2019, 11:10

Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау тураһында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы системаһын яңыртыу принциптарын ғәмәлгә индереү бурысын йөкмәтте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы системаһын яңыртыу принциптарын ғәмәлгә индереү бурысын йөкмәтте.
Был мәсьәләне ул өлкәне камиллаштырыу проблемаларына арналған кәңәшмәлә күтәрҙе. Күрһәтмә 1 октябргә үтәлергә тейеш, тип хәбәр итә Башҡортостан.
Владимир Путин шулай уҡ төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын модернизациялау йәһәтенән махсус программалар әҙерләргә ҡушты. Улар киләһе йылдың 1 июленән дә һуңға ҡалмайынса әҙер булырға тейеш. Бынан тыш, дәүләт башлығы программаларҙың сифатына, уларҙың үтәлешенә контроль булдырыу, финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысын ҡуйҙы.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Министрҙар Кабинеты тәүге звенола хеҙмәткә түләү кимәлен анализларға, дәртләндереүсе түләүҙәрҙең ғәҙел билдәләнеүен асыҡларға тейеш. “Дөйөм ил буйынса беҙ маҡсат итеп ҡуйған күрһәткескә – төбәк иҡтисады буйынса 200 процентҡа өлгәштек шикелле, әммә был бөтә ерҙә лә улай түгел. “Тура бәйләнеш”тәр барышында, кешеләр менән осрашыуҙарҙа асыҡланыуынса, хәл әллә ни шәптән түгел, – тине ул. – 2021 йылға биләмәләрҙең барыһында ла һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһы яйға һалынырға тейеш”.
#ВладимирПутин