«Роспотребнадзор»ҙа мәктәп йәшендәге балалар өсөн тәҡдим ителгән прививкалар исемлеге менән таныштырҙылар. Тейешле вакциналарҙың тулы исемлеге ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.
Тәҡдимдәрҙән сығып, 6-7 йәшкә балаға туберкулездан — бер, пневмокок инфекциянан — өс, b тибындағы гемофиль инфекциянан — өс, гепатиттан — өс прививка, грипҡа ҡаршы йыл һайын вакцинация, полиомиелиттан биш прививка, быума йүтәлдән, дифтериянан һәм ҡарыштырыуҙан дүрт прививка, эпидемик паротиттан, ҡыҙылсанан бер прививка кәрәк.
«Беренсе класҡа килгәс, балалар яңы, ғәҙәти булмаған мөхиткә барып эләгә, юғары интеллектуаль һәм эмоциональ көсөргәнешкә дусар була, стресс кисерә һәм ҡатмарлы яраҡлашыу этабын үтә, быларҙың барыһы ла иммунитетты ҡаҡшата. Был осорҙа балалар инфекция сирҙәренә айырыуса ныҡ бирешеүсән һәм яҡлауға мохтаж», — тип иҫәпләй белгестәр.
Табиптар үҙ ваҡытында яһалған вакцинация һәм ревакцинация баланы инфекциянан һаҡлай һәм дәрестәрҙе ҡалдырыуға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә тип билдәләй.