-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 23:15

Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 225 һайлау участкаһында КОИБ-тар ҡуйыла

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында журналистарға һәм республика башлығы вазифаһына кандидаттарҙың вәкилдәренә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарының (КОИБ) мөмкинлектәре күрһәтелде.

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында журналистарға һәм республика башлығы вазифаһына кандидаттарҙың вәкилдәренә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарының (КОИБ) мөмкинлектәре күрһәтелде.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев һөйләүенсә, КОИБ аныҡ участкала һайлау бюллетене булып торған документты ғына ҡабул итә һәм эшкәртә. Ҡоролма бер нисә бюллетень йәки башҡа участкаларҙың бюллетендәрен төшөрөргә мөмкинлек бирмәй.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко республика башлығын һайлауҙа һайлаусылар һаны 1000 кеше тәшкил иткән 225 участкала КОИБ-тар ҡуйыласағын билдәләне. Комплекстар республика һайлаусыларының дөйөм һанынан яҡынса 11 процентты үҙ эсенә ала, бөтәһе 335 мең кеше. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре менән бер кимәлдә тора.
«2010 йылғы бөтә КОИБ-тар (186 дана) яңыртылды һәм үҙҙәренең характеристикаһы буйынса 2017 йылғы комплекстарға тап килә (39 дана). Улар участка һайлау комиссиялары ағзаларының эшен һиҙелерлек еңеләйтә, сөнки был комплекстар тауыштарҙы үҙҙәре иҫәпләй һәм тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау протоколын баҫтырып сығара. Өфөлә барлыҡ участкаларҙа видеокүҙәтеү алып барыла», — тине Илона Макаренко.
КОИБ-тар һайлауға йомғаҡ яһау ваҡытын ҡыҫҡарта, хәҙер һәр протоколдың QR-коды бар, уны фотоға төшөрөргә һәм махсус программа ярҙамында смартфонда йомғаҡлау протоколын уҡырға мөмкин. Бер КОИБ-тың хаҡы 200-250 мең һум тәшкил итә.