Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 11:35

Дыуандар милли проект буйынса мәҙәни үҙәкле буласаҡ

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамында Дыуан ауылында яңы ауыл мәҙәни үҙәге төҙөлөп бөтөп килә. 300 урынға иҫәпләнгән ике ҡатлы бинала китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе кластары, күргәҙмә залы, кинозал буласаҡ.
“Урындағы халык мәҙәни усаҡтың төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙләнеп көтә. Үҙәктең асылыуы ауылға йәм өҫтәр, ауыл тормошон тағы ла йәнләндереп ебәрер, тип ышанабыҙ.”, - тине Дыуан районының мәҙәниәт бүлеге мөдире Алексей Свечников.
Мәҙәни үҙәк быйыл йыл аҙағында ишектәрен асасаҡ, тип көтөлә.
РФ Президенты Владимир Путин ҡарары менән ғәмәлгә ашырылған “Мәҙәниәт” милли проекты өс – “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт” бүлектәренән тора. Алты йыл эсендә республика аауылдарында 26 мәҙәни-күңел асыу бинаһы төҙөү һәм капиталь ремонтлау планлаштырыла.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: