Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 02:20

Дәрестәр 50 минутҡа тиклем артырмы?

Быйыл республикабыҙҙың күп мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскәйне инде. Был яңылыҡты ата-әсәләргә февраль айында еткерҙек.

Быйыл республикабыҙҙың күп мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскәйне инде. Был яңылыҡты ата-әсәләргә февраль айында еткерҙек.
Яңы уҡыу йылынан иһә барлыҡ мәктәптәр ҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсәсәк. Эш шәмбеләре төрлө тематик көн менән алмаштырыла. Мәҫәлән, хәүефһеҙлек, профориентация, спорт, экология, мәҙәни, туристик һәм этно-шәмбеләр. Тағы ла 5-11 кластар араһында дәрестән тыш “Үргә ос!” проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Әйткәндәй, РФ Мәғариф министрлығында дәрестәрҙе 50 минутҡа тиклем арттырыу хаҡында һүҙ бара. Хатта 50 минутлыҡ дәрестәргә яңы уҡыу йыл башынан, 2 сентябрҙән, күсеү ихтималлығы бар.
Читайте нас: