Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 02:45

Карта, чиплы беләҙек йәки брелок

Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен “Балалар диетик туҡланыу үҙәге” хеҙмәтләндерәсәк, бөтә ерҙә лә сәләмәт туҡланыу талаптарына яуап биргән берҙәм меню буласаҡ.

Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен “Балалар диетик туҡланыу үҙәге” хеҙмәтләндерәсәк, бөтә ерҙә лә сәләмәт туҡланыу талаптарына яуап биргән берҙәм меню буласаҡ.
Ата-әсәләргә бушлай карта таратасаҡтар, уның ярҙамында ашау өсөн аҡса күсереп буласаҡ. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә сама менән 100-200 һумлыҡ беләҙек йәки брелок һатып алырға мөмкин – улар картаны алмаштырасаҡ. Чиплы беләҙек йәки брелок мәктәпкә инеү өсөн пропуск та булып торасаҡ.
Ашханаларҙа бер иш һауыт-һаба, ашнаҡсыларға бер иш форма һәм яңы мебель кеүек махсус бренд булдырыласаҡ.
Читайте нас: