Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 11:50

Кристен Гайнеттың документаль таҫмаһы "Иң яҡшы документаль фильм" тин танылды

Өфөлә "Көмөш Аҡбуҙат" кинофестивале тамамланды. Фестивалдә 49 кинотаҫма ҡатнашты.

Өфөлә "Көмөш Аҡбуҙат" кинофестивале тамамланды. Фестивалдә 49 кинотаҫма ҡатнашты.
Кинофестивалдә режиссер Любовь Борисованың "Надо мною солнце не садится" (Саха Республикаһы) фильмы Гран-при яуланы. Ул мәҙәни сараның "Көмөш Аҡбуҙат"ына һәм бер миллион һумға лайыҡ булды.
Башҡортостан киноһы ла юғары баһаланды. Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы “Милли һәм этник кино” номинацияһында “Тулы метражлы иң яҡшы фильм” призына лайыҡ булды. Ошо уҡ номинацияла талантлы яҡташыбыҙ Кристен Гайнеттың "О чем грустит наш дом" таҫмаһы "Иң яҡшы документаль фильм" исемен алды.
Читайте нас: