Башҡортостанда "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса күҙалланған маҡсатлы күрһәткестәрҙе дүрт-биш тапҡырға арттырып үтәгәндәр.
Бында һүҙ быйылға авария хәлендәге йорттарҙан кешеләрҙе күсереү тураһында бара.
Республикала шул йүнәлештә Адреслы программа ла ғәмәлгә ашырыла. Бөгөнгә хужаларын күсергән иҫке торлаҡ майҙаны 4,82 мең кв.м. тәшкил итә. Уларҙан 300 кеше күсерелгән. Быйылғы пландағы күрһәткестәргә (1,05 мең кв. метрҙан 60 кеше күсерелергә тейеш ине) ирешелһә лә, эш дауам итә.
Программа Әлшәй районының Воздвиженка ауыл биләмәһендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Иглин районының Охлебинин ауыл биләмәһендә һәм өлөшләтә Өфөлә ғәмәлгә ашырылған.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты