15 августа А321 самолеты двигателенә ҡоштар тубы эләгеп, уның кукуруз баҫыуына уңышлы ултырыуы тураһында күп яҙҙыҡ. Унда 233 кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынды. Үҙҙәрен геройҙарса тотҡан экипаж ағзалары лайыҡлы наградалар алды.
Геройҙар араһында яҡташыбыҙ, Белорет ҡыҙы Әлиә Слякаева ла бар. Бөгөн билдәле булыуынса, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Урал һауа юлдары” авиакомпанияһына Әлиәне Өфөгә тәбрикләү тантанаһына саҡырып хат ебәргән. “Экипаж ағзаларының профессионализмы мөмкин булмағанды эшләне, двигателе эшләмәгән күп тонналы самолетты кукуруз баҫыуына ултыртып, 200-ҙән ашыу кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалды”, – ти Константин Толкачев.
“Сентябрҙә “Республика абруйын яҡлап“ тип аталған фестиваль үтәсәк. Ошо сарала Әлиәгә лә лайыҡлы наградаһын тапшырырбыҙ тип уйлайым”, – тип яҙҙы ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә.
Әлиәнең бер наградаһы бар инде: Рәсәй Президенты Указы менән уға Ҡаһарманлыҡ ордены бирелде. Батыр ҡыҙыбыҙҙы республикала данлау ҙа маҡтауға лайыҡ ғәмәл.