Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 01:49

Алдан тауыш биреү башланды

Берҙәм тауыш биреү көнөндә урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына һайлауҙарҙа 7 мең 329 мандат алмаштырыласаҡ.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына һайлауҙарҙа 7 мең 329 мандат алмаштырыласаҡ.
Урындағы үҙидаралыҡтың вәкәләтле органдарына һайлауҙарҙа теге йәки был сәбәп менән йәшәгән урынында булмаусылар һәм үҙҙәренең һайлау участкаһына килә алмаусылар алдан тауыш биреү мөмкинлегенә эйә.
Алдан тауыш биреү һайлауға тиклем 10 көн ҡала 28 августтан башлана. Эш көндәрендә 16.00 сәғәттән һуң, ә ял көндәрендә комиссияның эш графигына ярашлы, һайлау участкаһына барып, алдан тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына, алдан тауыш биреүҙең сәбәбен күрһәтеп, ғариза тапшырырга кәрәк.
Башҡортостан Башлығын һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҡа һайлауҙарҙа алдан тауыш биреү үткәрелмәй.
Читайте нас: