Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 01:16

Көҙ башында Башҡортостанда һауа торошо ниндәй була?

Башгидрометүҙәк фараздарына ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә алдағы өс көн ямғырлы һәм елле була.

Башгидрометүҙәк фараздарына ярашлы, Башҡортостан биләмәһендә алдағы өс көн ямғырлы һәм елле була. Шаршамбы, 28 августа, ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән бер аҙ, төндә көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 14-19 градус тәшкил итә.
Кесаҙна һәм йома, 29 һәм 30 августа, ямғыр фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3,+8, көндөҙ 9-14 градус була.
«Гисметео» порталының яҡынса фараздары буйынса, республикала ял көндәрендә, 31 августа һәм 1 сентябрҙә, болотло һауа торошо көтөлә, урыны менән ямғыр яуа. Температура төндә +5,+7, көндөҙ +10,+12 градус.
Көҙ башы йылы көндәр менән ҡыуандырмай. Күбеһенсә ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ +13,+16 градус, төндә +6-нан +11-гә тиклем. Сентябрҙең тәүге аҙнаһы һуңында һиҙелерлек йылыта. 7 һәм 8 сентябрҙә көндәр ҡояшлы булырға вәғәҙәләй, көндөҙ һауа +19, +22 градусҡаса йылына.
Читайте нас: