Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 11:03

Рәсәй Президенты “WorldSkills Kazan 2019” донъя чемпионатын ябыу тантанаһында сығыш яһаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин “WorldSkills Kazan 2019” һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатын ябыу тантанаһында сығыш яһаны, тип яҙа Башҡортостан.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “WorldSkills Kazan 2019” һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатын ябыу тантанаһында сығыш яһаны, тип яҙа Башҡортостан.
Үҙенең телмәрендә ул хәрәкәтте ойоштороусыларға Рәсәйҙә ошондай сараны уҙғарырға мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт әйтте. Дәүләт башлығы шулай уҡ чемпионатты үткәреүҙә татарстандың әһәмиәтен билдәләне һәм хәрәкәт эстафетаһын Ҡытай партнерҙарына тапшырҙы. Мәғлүм булыуынса, киләһе йыл донъя чемпионаты Шанхайҙа үтә. Бынан тыш, Владимир Путин, Рәсәй 2022 йылда Санкт-Петербургта Европа беренселеген дә юғары кимәлдә үткәрергә вәғәҙә итә, тип өҫтәне.
“Хәрәкәт ҡатнашыусыларға тәжрибә тупларға ярҙам итә. Рәсәй кадрҙарҙы өҙлөкһөҙ әҙерләү алымын тормошҡа ашырыу буйынса эшкә һәр саҡ асыҡ. Ошо рәүешле беҙ тотороҡло үҫеште тәьмин итеп, кешеләргә һәләттәрен үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдыра алабыҙ, – тине Рәсәй Президенты. – Был – күләмле бурыс, уны тормошҡа ашырыуҙа “WorldSkills”тың гуманистик һәм туплау әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Шанхайҙағы чемпионат принциптарҙың ыңғай дауамы буласаҡ. Эстафетаны дуҫтарыбыҙға тапшырам. 2022 йылда Санкт-Петербургта Европа беренселеген яҡшы ойоштороу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Рәхмәт Татарстанға – рәхмәт Ҡазанға!”
Владимир Путиндан һуң “WorldSkills International” хәрәкәте президенты Саймон Баркли сығыш яһаны.
фото: kremlin.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас: