Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров № УГ-272 һанлы Указға ҡул ҡуйҙы.Ул социаль өлкәгә бүленгән сығанаҡтарҙы арттыра.
Указға ярашлы, һирәк осраусы ауырыуҙар менән сирләүселәрҙе дарыу препараттары менән тәьмин итеү өсөн финанслауҙы 140 миллион һумға арттырыу күҙаллана.
2019 йылда дарыу препараттары менән тәьмин итеүгә республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән дөйөм сығанаҡтар күләме 2,3 миллиард һумдан артып китә.