Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 01:28

Төркиә табиптары ҡотҡара алманы

Төркиәнең Бодрум отелендәге бассейнда бәхетһеҙлеккә осраған 12 йәшлек Алисаны ҡотҡара алманылар. Ҡыҙ бөгөн һәләк булды.

Төркиәнең Бодрум отелендәге бассейнда бәхетһеҙлеккә осраған 12 йәшлек Алисаны ҡотҡара алманылар. Ҡыҙ бөгөн һәләк булды.
Төркиә табиптарының мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә тапҡыр күрһәтелгән реанимация ярҙамынан һуң баланың йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Рәсәй дипломаттары ҡыҙҙың ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Мәйетте үҙебеҙгә алып ҡайтыу буйынса тейешле бар ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе Рәсәй илселегенең Анкаралағы матбуғат вәкиле Ирина Ҡасимова.
Фажиғәлә ғәйеплеләр тейешле язаға тарттырылырмы – быныһы әлегә билдәһеҙ.
Читайте нас: