Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн йәйге каникулды 1 октябргә тиклем оҙайтыуҙары мөмкин. Был йәштәргә аҡса эшләргә һәм сентябрҙә ял итергә барырға мөмкинлек бирәсәк. Әлеге инициативаны Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов тәҡдим итте.
Парламентарий был тәҡдим мелән Татьяна Голиковаға мөрәжәғәт иткән. “Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ мин Рәсәй буйынса мәктәәп уҡыусылары һәм студенттар мелән осрашыуҙар уҙғарам. Аралашыу ваҡытында уҡыусыларҙан да, укытыусыларҙан да йәйге каникулдарҙы 1 октябргә тиклем оҙайтыу тәҡдиме йыш була”, - тиелгән хатта.
Голиковаға мөрәжәғәттә депутат укыусыларҙың һәм студенттарҙың нагрузкаһы ҙур булыуын әйткән. Барлыҡ имтихандар ҙа тиерлек июль башында бөтә һәм каникулдар ни бары ике ай ғына дауам итә. Бынан тыш, депутат фекеренсә, күпселек укыусылар һәм студенттар йәй көнө эшләүҙе ҡулай күрә, ә каникулдарҙы оҙайту уларға практик тәжрибәне һәм теоретик белемдәрҙе нығытырға ярҙам итәсәк.