Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Сентябрь 2019, 11:15

Сбербанк ярҙам итергә тейеш!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендәге ташҡындан ҡаза күргән халыҡтың бурыстарын реструктуризациялау буйынса үтенестәрен кире ҡаҡҡаны өсөн Сбербанкты тәнҡитләне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендәге ташҡындан ҡаза күргән халыҡтың бурыстарын реструктуризациялау буйынса үтенестәрен кире ҡаҡҡаны өсөн Сбербанкты тәнҡитләне.
Тулун өалаһындағы кәңәшмә мәлендә дәүләт башлығы: “Сбербанк граждандар үтенестәрен бик иҫәпкә алмай”, - тип билдәләне. Вице-премьер Мутко иһә был һорау өйрәнеләсәк тип яуап бирҙе. “Улар менән осрашырбыҙ, һөйләшербеҙ – бурыстарҙы реструктуризациялау, кредиттар каникулдары хакында ла, бәлки, кайһы бер осраҡта ҡарарҙар шәхсән дә ҡабул ителәр. Бәлки, айырым ярҙам дә күрһәтербеҙ”, - тине Мутко.
“Шундай ҡатмарлы тормош хәлдәренә осраған кешеләргә ярҙам итеүҙән баш тартыуҙары бик насар. Ил буйынса рекордлы керемгә эйә булған банк өсөн был бөтөнләй етди булмаған һорау. Сбербанк булдыра ала һәм быны эшләргә бурыслы, - тине Владимир Путин. Мутко иһә: “Герман Греф килгәс, был темаға һөйләшәсәкбеҙ, иртәгә ул бында буласак”, - тип яуаплай дәүләт башлығына.
Хәтерегеҙҙәлер, Иркутск өлкәһендәге һыу ташыуҙар июнь аҙағында башланды, оҙайлы ямғырҙарҙан һуң ярҙарынан сыҡты. 25 кеше ғүмере өҙөлдө, 6 кеше хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнә. 17,4 шәхси йорт һыу аҫтында ҡалған, шуларҙың 1,3 меңен һыу ағыҙып алып киткән, 5 меңдән артыҡ йорт-ҡураны һүтәсәктәр.
#ВладимирПутин
Читайте нас: