Владимир Путин әйтеүенсә, Рәсәй дәүләте Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ярҙамы өсөн Монголия халҡына рәхмәтле. Монголия фронтҡа теләктәшлек йөҙөнән совет һалдаттары өсөн йылы кейем, аҙыҡ-түлек, аттар оҙатҡан. Монгол халҡы үҙ иҫәбенә танк колоннаһы, самолеттар эскадрильяһы ойошторған.