Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге наркотиктар әйләнешенә контроль бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре 25 йәшлек гражданды ҡулға алды.
Тикшереү һөҙөмтәһендә унда фольгаға төрөлөп изолента менән уратылған өс полимер пакет табыла. Эсендә порошоклы матдә булыуы асыҡлана.
Граждан аңлатыуынса, был “тоҙ” тип йөрөтөлгән наркотик матдә. Мобиль телефон аша ул “тоҙ”ҙо наркотикка бәйлеләргә һатырға килешә, ә аҡса банк картаһына күсергә тейеш була.
Граждан түләп йәшәгән фатирҙа полиция хеҙмәткәрҙәре йәшерелгән тағы бер нисә пакет наркотик матдә таба.
Еңел юл менән байырға теләгән әҙәмгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.