Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 11:04

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса яңы ҡорамалдар алына

Башҡортостанда "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы.

Башҡортостанда "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Уға ярашлы, дауаханалар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. 2024 йылға тиклем ошо маҡсатта бөтәһе 2 миллиард 400 миллион һум тотоноу планлаштырыла.
Тәүгеләрҙән булып Өфөләге 13-сө һәм ашығыс медицина ярҙамы, Белореттағы район дауаханалары, Республика кардиоүҙәге яңы ҡорамалдар ала. Программа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: