Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙәге чиновниктарға уларҙы ҡабат һайлаһындар өсөн кәңәштәрен бирҙе.
“Команда һәм коллективтың эшен тейешле кимәлдә ойоштора белеү зарур. Әгәр өлгөрә алмайһығыҙ икән, эшләргә теләге булған алмашсы кешеләр табырға кәрәк”, - тине Рәсәй Презинты Владимир Путин Иркутск өлкәһендәге ташҡындарҙан зыян күргән граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә.
Президент был эштең еңелдән түгел икәнлеген аңлауын әйтте. “Мин барыһын да аңлайым, ләкин һеҙ үҙегеҙ быны һайлағанһығыҙ, үҙегеҙ килгәнһегеҙ, ул ғына түгел, һеҙ был вазифаларға һайланаһығыҙ ҙа. Бына Юрий Владимирович (Кариха, Тулун мэры) тағы һайларҙарҙа ҡатнашасаҡ, - тине Путин. – Һайланыуҙың иң еңел ысулы шул - ҡала һәм ҡаза күргән халыҡ өсөн ҡатмарлы ваҡытта үҙ эшеңдең һөҙөмтәләрен күрһәтеү”.
“Эшләгеҙ быны!” – тине Путин. Был һүҙҙәрҙе Владимир Владимирович Тулун ҡалаһы мэрына еткерҙе. Ул Владимир Путинға ниндәйҙер проблемалар тураһында һөйләр урынға... ҡапыл ғына дәүләт башлығын маҡтай башлай. Путин уны: “Беҙ бында бер-беребеҙҙе маҡтарға килмәнек бит”, - тип шелтәләй.
Тулун халҡы менән аралашҡандан һуң Владимир Путин кешеләр менән эш алып барыуҙың әлегә яйға һалып булмауын әйтә.