Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2019, 11:00

“Мәғәриф” милли проекты сиктәрендә ҡырҡтан ашыу мәктәп һәм балалар баҡсаһы асыу планлаштырыла

“Төбәктә бындай масштабтар булғаны юк ине”, – тине Радий Хәбиров Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев үткәргән селектор кәңәшмәһендә.

“Төбәктә бындай масштабтар булғаны юк ине”, – тине Радий Хәбиров Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев үткәргән селектор кәңәшмәһендә.
"Йылына 21 балалар баҡсаһын һәм 21 мәктәпте сафҡа баҫтырыу республика тарихында булғаны юк. Беҙ хәзер шундай күләмле эшләр эшләйбеҙ”, – тине ул.
Беренсе уҡыу көнөндә баш ҡалала 162-се мәктәптә полилингваль белем биреү усағы асылды. Унда бер нисә телдә белем аласаҡтар.
"Был беренсе полилингваль мәктәп буласак тип ҡарар иттек һәм унда сит һәм туған телдәр тәрән өйрәнеләсәк”, – тине Радий Фәрит улы.
Республикала бындай мәктәптәр һаны 14 булыр һәм улар бөтә муниципалитеттарҙы ла үҙ эсенә аласаҡ.
2019 йылда “Мәғәриф” милли проектын финанслауға Башҡортостан 4,8 млрд. һумдан артыҡ аҡса аласаҡ. Дөйөм бюджеты 784,5 млрд. һум тәшкил итә. Уның һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй сифатлы белем биреүсе 10 ил исемлегенә инергә тейеш тип планлаштырыла.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: