Башҡортостанда «Һанлы иҡтисад» милли программаһы буйынса алыҫтағы күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. Мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары һәм башҡа социаль әһәмиәтле объекттар интернетҡа тоташтырыла.
«Социаль әһәмиәтле учреждениелар интернетҡа федераль бюджет аҡсаһына Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы менән «Башинформсвязь» йәмғиәте араһындағы дәүләт килешеүе сиктәрендә тоташтырыла. Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттарҙы тоташтырыу федераль ҡаҙнаға 1,7 миллиард һумға төшә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Килешеү шарттарына ярашлы, өс йыл дауамында республиканың 2774 социаль әһәмиәтле объекты интернетҡа тоташтырыла.
Әйтәйек, быйыл 722 объектты йәки социаль әһәмиәтле объекттарҙың дөйөм һанынан 26% интернетҡа тоташтырыу күҙаллана. Киләһе йылда тоташтырылған объекттар һаны 888-гә етергә тейеш. 2021 йылда 1164 социаль әһәмиәтле объектты (40% ашыу) интернетҡа тоташтырыу күҙаллана.
Эштәр тамамланғас, элемтә операторының төҙөлгән инфраструктураны ошо уҡ ауылдарҙа физик һәм юридик берәмектәрҙе интернетҡа тоташтырыу өсөн файҙаланыуы күҙ уңында тотола.
«Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы ил президенты Владимир Путиндың май указы менән башланды. Социаль әһәмиәтле проекттарҙы интернетҡа тоташтырыу «Һанлы иҡтисад» милли программаһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты;#нацпроектыБашкортостан