Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 17:59

7 ай эсендә Башҡортостан табиптары һәм фельдшерҙары 1650 яман шеш осрағын асыҡлаған

Һуңғы 7 ай эсендә Башҡортостанда 1650 яман шеш осрағы теркәлгән. Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Максим Забелин баш ҡаланың 13-сѳ һанлы дауаханаһында үткән “Һаулыҡ сәғәте”ндә хәбәр итте.

Унан алда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса атҡарыусы Радий Хәбиров яман шеш сирен мәлендә асыҡлаған табиптарға премия алыу ѳсѳн сертификаттар тапшырҙы; аҡ халатлыларға кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғандары ѳсѳн оло рәхмәтен, һоҡланыуын белдерҙе.
Максим Забелин әйтеүенсә, премиялар ѳсѳн бюджеттан 30 млн. һум аҡса бүленгән, шуның 12 млн. һумы түләнгән дә инде.
Читайте нас: