4 сентябрҙә Дәүләт Советында Алыҫ Көнсығышты үҫтереү проблемаһы буйынса үткән ултырыштағы сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путин : "Бөгөнгө көнгө Алыҫ Көнсығышта демографик хәл хәүефле булып ҡала", - тип белдерҙе.
Ил башлығы асыҡлауынса, Алыҫ Көнсығышҡа халыҡтың күсеп килеүе арта, ләкин был ғына төбәктән китеүселәр һанын ҡаплай алмай. Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре шуны күрһәтә: Алыҫ Көнсығыш федераль округында миграция кәйефе көслө, бының сәбәптәре – хеҙмәт хаҡтарының түбән, ә тормош итеүҙең ҡиммәт булыуында. Бында йәшәүселәрҙең 44 проценты үҙҙәренең йәшәү урынын үҙгәртергә теләүе хаҡында белдерә.