-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 00:16

Үҙенсәлекле фатирҙа үҙенсәлекле йәштәр йәшәй

"СоДействие" төбәк йәмәғәт ойошмаһы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында яңы социаль проектты тормошҡа ашыра. Уның маҡсаты – һаулығында кәмселектәр булған үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәмғиәттә үҙаллы йәшәргә өйрәтеү.

"СоДействие" төбәк йәмәғәт ойошмаһы республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында яңы социаль проектты тормошҡа ашыра. Уның маҡсаты – һаулығында кәмселектәр булған үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе йәмғиәттә үҙаллы йәшәргә өйрәтеү.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров бөгөн Өфөнөң Александр Невский урамындағы үҙенсәлекле фатирҙа булды. Мәғлүм булыуынса, республика етәксеһе ноябрҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре менән осрашыу һөҙөмтәһендә ошондай фатир асыу бурысын ҡуйғайны, ә июлдәге осрашыуҙа күрһәтмәһенең үтәлешен тикшергәйне.
Уҡыу фатирында биш көнлөк курс барышында дүртәр кеше йәшәйәсәк. Улар белгестәр ярҙамы менән ашарға әҙерләү, үҙеңде ҡарау, өйҙө йыйыштырыу, транспортта йөрөү серҙәренә төшөнәсәк. Шулай уҡ бында йәштәрҙең теге йәки был өлкәләге һәләттәрен асыҡлау ҙа күҙ уңында тотола. Киләсәктә фатирҙа 14 йәшлек үҫмерҙәр өсөн дә күрстар ойоштороу ҡарала.
Радий Хәбиров "СоДействие" үҙәге белгестәре һәм йәштәр менән аралашты, уларҙың йәшәү шарттары менән танышты, ата-әсәләрҙән мөрәжәғәттәр һаны менән ҡыҙыҡһынды. Ойошма рәйесе Людмила Сахапова әйтеүенсә, курсҡа йөрөргә теләгәндәр сиратҡа баҫҡан, йәғни халыҡта был хеҙмәткә ихтыяж ҙур.
Төбәк етәксеһе үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәһе менән киләһе осрашыуҙа тәжрибәне тағы ла тикшерергә һәм ҡаланың көньяғында тағы ла бер ошондай фатир асыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Республика етәксеһе уҡытыусыларға, йәштәргә уңыштар теләне һәм үҙәккә телевизор бүләк итте.