Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 14:25

Киләһе өс тәүлектә республикала көслө ел иҫеүе, дауыл сығыуы ихтимал

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡына алдағы ҡс көндә насар һауа шарттары тураһында киҫәтеп смс-тар ебәрҙе.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республика халҡына алдағы ҡс көндә насар һауа шарттары тураһында киҫәтеп смс-тар ебәрҙе.
“Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглауҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, киләһе өс тәүлектә республикала көслө ел иҫеүе, дауыл сығыуы мөмкин. Ямғырҙар яуыуы ла ихтимал. Торлаҡ пункттарҙан йыраҡҡа сығырға кәңәш итмәйбеҙ. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, 112 һандарын йыйығыҙ», - тиелә киҫәтеүҙә.
Читайте нас: