Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 01:42

Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән

Белорет районында йәшәүсе 59 йәшлек ирҙе “Одноклассники”лағы комментарийы өсөн штрафҡа тарттырғандар.

Белорет районында йәшәүсе 59 йәшлек ирҙе “Одноклассники”лағы комментарийы өсөн штрафҡа тарттырғандар.
Ул бер публикация аҫтында кешеләрҙе милләте өсөн мыҫҡыллаусы комментарий яҙған.
Белгестәр был пост нәфрәт һәм дошманлыҡты ҡоторта тигән фекергә килә. Комментарий аҫтында шунда уҡ “лайк”тар йыйыла башлаған.
Быға оҡшаш комментарийҙар экстремистик тип иҫәпләнә һәм закондарға ярашлы, тиелгән. Суд ҡарары буйынса ирҙе 10 мең һум штрафҡа тарттырғандар.
Читайте нас: