- Республикабыҙға башлыҡ һайлауға ауыл халҡы бик яуаплы ҡарай. Төш ауғансы уҡ 546 кешенең 198-е үҙ тауыштарын биреп тә ҡуйҙы. 1-се, 100-сө, 200-сө һайлаусыбыҙға, шулай уҡ бәлиғлек йәшенә етеп, тәүге тапҡыр һайлауға рәхим иткән Айназ Хәтиуллинға бына тигән матур бокалдар бүләк иттек. Атай-әсәйҙәренә эйәреп килгән балаларҙы иһә сағыу һауа шарҙары менән ҡыуандырҙыҡ, - ти һайлау комиссияһы рәйесе Айгизә Марат ҡыҙы Әбҡәдирова.