Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 22:32

Һайлауҙа ирекмәндәр ярҙамы

Альбина Хаммат ҡыҙы Шәрәфетдинова ҡаланың Октябрьский биҫтәһендә урынлашҡан 1300-сө һайлау участкаһы рәйесе. Был участка район-ҡаланың башҡа участкаларынан бер ни тиклем айырыла. Бында һайлаусыларҙың 20 проценттан ашыуы күҙ һәм башҡа ауырыуҙар буйынса инвалидтар. Шулай уҡ был һайлау участкаһында СИЗО ла тауыш бирә.

- Күҙҙәре насар күргән һайлаусылар өсөн ярҙамға беҙҙең участкала ирекмәндәр эшләй. Улар һайлауҙа ҡатнашырға теләгәндәрҙе өйҙәренән барып ала һәм тауыш биргәндән һуң, алып барып ҡуя. Шулай уҡ исемлекте уҡырға ла, кандидаттарҙы һайларға ла ярҙам итә. Һайлау участогында тауыш биреүселәр өсөн буфет, шулай уҡ ҡабул итеү ҙә ойошторолдо. Халыҡтың активлығы яҡшы, күңелдәре көр. Тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡандар ҙа бар. Улар өсөн махсус бүләктәр әҙерләнгән. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хаты ла тапшырыла.
Ошо һайлау участогына беркетелгән ирекмәндәр Алсу Баҡыева һәм Евгения Чуманова иртәнге сәғәт 7-нән бирле ололарға ярҙам итә.
- Бөгөн беҙ киске 8-гә тиклем бында эшләйәсәкбеҙ, ти улар. Ололарға ярҙам итеп үҙебеҙгә яҡшы кәйеф алабыҙ. Улар менән аралашыу ҙа ҡыҙыҡлы.
Читайте нас: