Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 18:20

Һайлауға яуаплы ҡарайҙар

Ҡаланың 13-сө мәктәбендәге 1298-се һайлау участкаһында 2660 кеше теркәлгән булһа, сәғәт 12-гә тиклем шуларҙың 955-е һайлауға килгән.

Ҡаланың 13-сө мәктәбендәге 1298-се һайлау участкаһында 2660 кеше теркәлгән булһа, сәғәт 12-гә тиклем шуларҙың 955-е һайлауға килгән.
Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре эшләй һәм КПРФ сәйәси партияһынан күҙәтеүсе бар. Был участкала оло йәштәгеләр күп йәшәй һәм өйҙә һайлаусылар һаны 100-гә яҡын тәшкил итә. Уларға йөрөү өсөн өс машина ҡулланыла. Шулай уҡ сәғәт 2-лә, 3-тә һәм 4-тә махсус автобус маршрут буйлап сығып, һайлаусыларҙы участкаға алып киләсәк. Граждандарға был турала алдан хәбәр ителгән.
Беренсе тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән Владислав Вадим улы Уйылдановҡа участка рәйесе Ольга Викторовна Тимохина иҫтәлекле бүләк һәм Диплом тапшырҙы.
Читайте нас: