Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 13:51

Һайлау штатлы режимда бара

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов республикала барған Берҙәм тауыш биреү көнө барышы менән таныштырҙы.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов республикала барған Берҙәм тауыш биреү көнө барышы менән таныштырҙы.
Һайлау штаттағы режимда бара. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда 3 миллион 49 мең 571 кешенең һайлау хоҡуғы бар. Шул иҫәптән, һайлаусыларҙың 1 миллион 376 меңе – ир-ат, 1 миллион 660 тирәһе һайлаусы – гүзәл зат.
Өфөлә 800 меңдән ашыу кешенең һайлау хоҡуғы бар. Республикала 38 мең самаһы кеше беренсе тапҡыр тауыш бирәсәк. 30 йәшкә тиклемгеләр һаны – 600 меңдән ашыу, ә 100 йәште үткәндәр – 277 кеше.
Ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтә.
Читайте нас: