Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 22:10

Һайлау тыныс һәм йылы мѳхиттә үтә

Ҡаһарман тѳп белем биреү мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһында тѳп исемлектәгеләрҙән тыш теркәүҙән тѳшѳү ғаризаһы менән тауыш биреүселәр ҙә булды.

Ҡаһарман тѳп белем биреү мәктәбендә урынлашҡан һайлау участкаһында тѳп исемлектәгеләрҙән тыш теркәүҙән тѳшѳү ғаризаһы менән тауыш биреүселәр ҙә булды.
Комиссия рәйесе Илгизә Ғәзизова, алдағы тәжрибәһенән сығып, ҡаһармандарҙың ошондай сәйәси сараларҙан ситтә ҡалмауын, юғары аңлылыҡ күрһәтеүҙәрен билдәләне.
- Ауылыбыҙҙа татар милләте вәкилдәре йәшәүен иҫәпкә алып, бюллетендәр ѳс телдә тәҡдим ителде. Участкаға килә алмаған оло йәштәгеләрҙе алдан уҡ асыҡлап, тѳштән һуң ѳйҙәренә күсмә урна менән барып һайлаттыҡ. Гражданлыҡ бурысын беренсе булып атҡарған Ғәзим Ғизәтуллинға бүләк тә тапшырҙыҡ. Республика Башлығын һайлау тыныс һәм йылы мѳхиттә, күтәренке кәйеф менән үтә. Был йәһәттән Әүжән музыка мәктәбенән аҙнаһына ике тапҡыр килеп дәрес биргән Алексей Кондратьевтың тәрбиәләнеүселәре , Гѳләйшә Мѳхәмәтшинаның түңәрәгенә йѳрѳгән балалар ҡатнашлағында сағыу концерт, мул йәрминкә үҙ ѳлѳшѳн индерҙе, - тине Илгизә Хәмзә ҡыҙы.
Читайте нас: